3 декабрь, Шәмбе

16 март 2010 йыл, 13:56

Дәүләт эшләүсе рәсәйлеләрҙе диспансеризациялауға меңәр һум сарыф итәсәк

автор: Юлай Мәғсүмов

Быйылғы йылда федераль һәм территориаль мотлаҡ медицина страховкалауы фондтарынан финансланасаҡ эшләүсе граждандарҙы өҫтәмә диспансеризациялауҙы үткәреү тәртибе раҫланған.

РФ Һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығынан аңлатыуҙарынса, 2010 йылда бынан алдағы йылдарҙа диспансеризация үтмәгән эшләүсе граждандар һәм,  медицина тикшеренеүен ҡасан үтеүенә ҡарамаҫтан, зарарлы һәм хәүефле хеҙмәт шарттарында эшләүсе граждандар өҫтәмә диспансеризацияны бушлай үтә ала. Шулай уҡ 2006 йылда диспансеризация үтеп тә, асыҡланған диагнозы буйынса күҙәтеү аҫтына алынмаған граждандар уны яңынан үтергә тейеш.  

Йәшәү урыны буйынса Рәсәй Федерацияһы субъекттарының береһендә теркәлгән, әммә хеҙмәт эшмәкәрлеген икенсе төбәктә алып барған граждандар өҫтәмә диспансеризацияны йәшәгән урыны йәки эшләгән ере буйынса үтә ала.

Эшләүсе бер кешегә өҫтәмә диспансеризация үткәреүгә сығымдар нормативы 2010 йылда 1042 һум күләмендә билдәләнгән.