Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан компанияһы үлсәү ҡулайламалары менән тәьмин итеүгә тендерҙа еңде

Иҡтисад

«Лукойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙенең бүлендек предприятиеларын 26 үлсәү ҡулайламаһы менән тәьмин итеүгә тендер үткәрҙе. Конкурста нефть промыслаһы ҡорамалдары етештереүсе алдынғы Рәсәй компаниялары ҡатнашты. Башҡортостандан «ОЗНА» компанияһы еңде.

Был ҡулайламалар «Лукойл – Көнбайыш Себер» һәм «Лукойл – Пермь» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең нефть ятҡылыҡтарында скважиналар дебитын үлсәү өсөн кәрәк.

«ОЗНА» компанияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта эштәрҙең һәм ҡорамалдарҙы алып барып еткереүҙең  графигын көйләү буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла. Ҡорамалдар партияһына «ОЗНА-Массомер», «ОЗНА-Импульс» үлсәү ҡулайламалары һәм «Юлдаш» автоматик төркөмлө үлсәү ҡулайламаһы инә. «ОЗНА» компанияһының Октябрьский ҡалаһындағы производство дивизионы ҡорамалдар партияһын етештереүгә тотонған.

Был «Лукойл» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең март айындағы «ОЗНА» иң һәйбәте тип табылған икенсе тендеры.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть