7 декабрь, Шаршамбы

16 март 2010 йыл, 12:59

Дәүләт граждан хеҙмәтенең абруйын күтәрергә

автор: Сергей Захаров

Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә «Дәүләт хеҙмәткәрҙәренә граждандарҙың ышанысын һәм граждан хеҙмәтенең асыҡлығын арттырыу» Концепцияһын ғәмәлгә ашырыу буйынса эш кәңәшмәһе үтте.  

Был «пилот» проекты, «Рәсәй Федерацияһы дәүләт хеҙмәте системаһын реформалаштырыу һәм үҫтереү (2009-2013 йылдарҙа)» Федераль программаһы положениеларын иҫәпкә алып, Волга буйы федераль округында дәүләт граждан хеҙмәтен реформалаштырыу һәм үҫтереү буйынса берлектәге саралар планына ярашлы Башҡортостан Республикаһы менән Һамар өлкәһендә тормошҡа ашырыла.

БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, республиканың бер нисә киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығында үткән кәңәшмә сиктәрендә йәмәғәтселек фекерендә дәүләт граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр имиджын яҡшыртыуға йүнәлтелгән “пилот” проектының төп сараларын үтәү мәсьәләләре тикшерелде. Атап әйткәндә, дәүләт власы органдарында “Асыҡ ишектәр” көнөн ойоштороу, фәнни эштәр конкурсын, граждан һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр ҡатнашлығында “Дәүләт хеҙмәте – йәмғиәткә хеҙмәт” темаһына асыҡ дәрестәр үткәреү, дәүләт хеҙмәтенә граждандар йәмғиәттәре йәһәтенән йәмәғәт контроле башҡарыу, дәүләт хеҙмәтендә вакант вазифаларға үткәрелгән конкурстар тураһында мәғлүмәт биреү, шулай уҡ халыҡтың мәғлүмәтле һәм хәбәрҙар булыуын арттырыу өсөн башҡа төрлө алымдар ҡулланыу тураһында һүҙ барҙы.

Дәүләт хеҙмәтенең асыҡлығы һәм дәүләт, муниципаль хеҙмәткәрҙәргә халыҡтың ышанысы халыҡ тормошо сифатын күтәреү, власть органдарының нәтижәле эшләүе, дәүләт һәм граждандарҙың үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеүе өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуы билдәләнде.