16 март 2010 йыл, 11:49
1 апрелдән ҙур йөклө транспорт хәрәкәтен сикләү индерелә
автор: Любовь Колоколова
1 апрелдән 30-на тиклем Башҡортостанда республика биләмәһе буйлап үткән федераль автомобиль юлдары участкаларында ҙур йөклө транспорт хәрәкәтенә сикләү индерелә.
Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар, яғыулыҡ-майлау материалдары, орлоҡ, тупраҡ һәм стихиялы бәлә-ҡаза йәки башҡа төрлө ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн кәрәкле йөктәр ташыусы транспорт саралары ғына йөрөүгә рөхсәт аласаҡ.
Пропускылар биреү менән “Федераль юл агентлығының Һамар-Өфө-Силәбе автомобиль магистраль идаралығы” шөғөлләнә.


