Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Урман хужалығы янғын сығыу хәүефлелеге юғары булған миҙгелгә әҙерләнә

Иҡтисад

Янғын сығыу яғынан хәүефле миҙгел яҡынлаша. Башҡортостанда урман фондында янғын сығыуға ҡаршы көрәшкә ойошҡан әҙерлек алып барыла. «Урман белгесе» уҡыу-тәжрибә үҙәге базаһында “Урман янғындарын һүндереү етәкселәрен әҙерләү” программаһы буйынса тәүге уҡыу семинарҙары үткәрелде. БР Урман хужалығы министрлығы ведомствоһындағы ете урман дәүләт унитар предприятиеһынан тәүге 20 белгес 28 сәғәт оҙайлылығындағы уҡыу курсы үтте.

Белгестәр теоретик курс тыңланы һәм урман янғындарын һүндереү сараларын һәм ҡорамалдарын ҡулланыу буйынса практик занятиелар үтте. Уҡыу тамамланғас, улар имтихандар тапшырҙы. Урман хужалығы министрлығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, “Әүжән урманы” һәм “Йылайыр урманы” дәүләт унитар предприятиелары вәкилдәре иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть