Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Профсоюздар балалар лагерҙарында электр энергияһына тарифтарҙы кәметергә тәҡдим итә

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһы балаларҙы сәләмәтләндереү лагерҙарының эшен ойошторғанда сәнәғәт предприятиелары файҙаланған электр энергияһына тарифтарҙы кәметеү инициативаһы менән сығыш яһаны. БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, профсоюздар республика Хөкүмәтенә ошондай мөмкинлекте ҡарауҙарын үтенеп мөрәжәғәт итте. Профсоюздар фекеренсә, бындай сара предприятиеларға балалар лагерҙарын тоторға ярҙам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәҙерге ваҡытта республикала предприятиеларҙы сәләмәтләндереү учреждениеларына бүленгән ер участкалары менән файҙаланған өсөн ер һалымынан һәм ҡуртым түләүенән азат итеү, шулай уҡ бындай учреждениеларҙы һыу менән тәьмин итеүгә тарифты кәметеү ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть