Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.23 ↓

EUR 69.80 ↓

12 декабрь, Шишәмбе

Уфа   °

Росстат хеҙмәткәрҙәре Башҡортостанда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы менән таныша

Сәйәсәт

Өфөгә Халыҡ һәм һаулыҡ һаҡлау статистикаһы идаралығы начальнигы Ирина Збарская етәкселегендә Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәте делегацияһы килде.  

Башҡортостанда Ирина Збарская октябрҙә үтәсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышы менән таныша. Тап ошо көндәрҙә республика территорияһында халыҡ иҫәбен алыуҙың ойоштороу планын формалаштырыу тамамлана.  

Ҡунаҡтар йәнә хәҙерге Башҡортостан террриторияһында дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең 175 йыллығына арналған рәсми сараларҙа ла ҡатнашасаҡ.

Башҡортостанстаттан хәбәр итеүҙәренсә, Губерния статистика комитеты Өфөлә Ырымбур губернияһының граждан губернаторы Николай Жуковский канцелярияһында 1835 йылдың 21 мартында ойошторолған (9 мартта иҫке стиль буйынса). Архив документтары уның Рәсәйҙәге беренсе губерния комитеты булыуына нигеҙ бирә. Юбилей сараларында Росстат етәксеһе Александр Суриновтың ҡатнашыуы ла көтөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть