9 декабрь, Йома

16 март 2010 йыл, 9:01

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тарифтары – айырым контролдә

автор: Сергей Захаров | фото: Олег Яровиков

15 мартта Өфөлә Башҡортостан Президенты  Мортаза Рәхимов “Торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙы һәм тарифтарҙы көйләү тураһында”ғы мәсьәлә буйынса Бөтә Рәсәй селектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны видеоконференция режимында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Козак үткәрҙе.

Дмитрий Козак, үҫеш 25 проценттан ашҡан төбәктәрҙә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар бер аҙна эсендә түбәнәйтелергә тейеш, тип билдәләне. Вице-премьер әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар проблемаһы “киҫкен сәйәси төҫ алды”.

— Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе социаль әһәмиәтлеләрҙең береһе һәм уны көйләү мәсьәләләренә бөтә яҡлап уйланылған мөнәсәбәт булдырыу зарур. Һәр сара нигеҙле һәм яҡшы тикшерелгән булырға тейеш, — тине Д.Н. Козак.

Башҡортостан Республикаһы Тарифтар буйынса комиссияһы рәйесе Валентин Александров хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тарифтарҙы көйләү мәсьәләләре махсус контролдә тотола. Республика буйынса дөйөм алғанда 2010 йылдың 1 ғинуарынан торлаҡтың бер квадрат метрына торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙең уртаса хаҡы 55,5 һум тәшкил итә, былтырғы кимәлгә ҡарағанда үҫеш – 13,5 процент. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар үҫеүенең төп сәбәптәренең береһе — ике яҡлап субсидиялау. Был сара илдәге торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға ярашлы тормошҡа ашырыла.

Шул уҡ ваҡытта Александров “тап Рәсәй Хөкүмәте тарифтар үҙгәреүенә етди йоғонто яһай” тип билдәләй. Уның әйтеүенсә, “урындарҙағы тарифтарға йоғонто яһаусы федераль күрһәткестәр сиктән тыш күп”. Ә уларҙы үтәргә тура килә.