11 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2010 йыл, 17:37

Өфөнөң «Информреклама» нәшриәте “Бәләкәй Ватан” бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе булды

автор: Любовь Колоколова

Өфөнөң «Информреклама» нәшриәте төбәк һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса «Бәләкәй Ватан» VI Бөтә Рәсәй конкурсының «Рәсәй буйлап сәйәхәт» номинацияһында еңеүсе тип табылған. Конкурсҡа 2009 йылда нәшер ителгән  «Красноусольск: курорт, дарующий здоровье» төҫлө һүрәтле фотоальбомы ебәрелгәйне. «Информреклама» нәшриәте директоры Хәмит Алпаровҡа конкурста еңеү уңайынан иҫтәлекле билдә тапшырылған.

«Бәләкәй Ватан» конкурсы Нәшриәт һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәт агентлығы менән ойошторолған. Ул тыуған яҡты өйрәнеү өлкәһендәге иң ҡыҙыҡлы тикшеренеүҙәрҙе һәм ижади эштәрҙе, шулай уҡ Рәсәйҙең төбәк нәшриәттәренә ярҙам итеү маҡсатында 2005 йылдан башлап үткәрелә. Быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 175 ҡалаһының 200-ҙән ашыу нәшриәтенән 500 баҫма ебәрелгән. Эштәр «Тыуған яғым», «Тыуған ил образы», «Мауыҡтырғыс тыуған яҡты өйрәнеү дәресе», «Тыуған яғым кешеләре», «Сәнәғәт, фән, технологиялар» һәм «Рәсәй буйлап сәйәхәт» кеүек алты номинацияла ҡаралған. Һуңғы номинацияла китаптар, юл белешмәләре, карта, атлас, туристар йәлеп итеү маҡсатында Рәсәй төбәктәрен, шифаханаларын, ҡурсаулыҡтарын пропагандалаусы белешмәләр тәҡдим ителгән. «Информреклама» нәшриәте менән бергә «Исторический путеводитель» серияһы өсөн Мәскәүҙең «Вече» нәшриәте һәм «Якутия удивительная и загадочная» китабы өсөн яҡуттарҙың «Бичик» нәшриәте билдәләнгән.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы “Рәсәй китаптары” XIII Милли китап күргәҙмә-йәрминкәһе барған Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә үткән. Нәшриәт һәм киң коммуникациялар буйынса федераль хеҙмәт агентлығы стендында конкурстың баһалама ағзаларынан юғары баһа алған баҫмаларҙы, шул иҫәптән «Красноусольск» шифаханаһы хаҡындағы фотоальбомды ла күрергә мөмкин ине.