5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2010 йыл, 17:18

Башҡортостанда 29515 кеше БДИ тапшырасаҡ

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда 2010 йылда Берҙәм дәүләт имтиханында 29515 кеше ҡатнашыуы көтөлә.

БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, рус телен тапшырыуға 29365 заявка килде, математиканы — 28863.

Министрлыҡтың белем сифатына һәм берҙәм дәүләт имтиханына контроль бүлеге начальнигы Зәкий Мырҙағәлин хәбәр итеүенсә, 2010 йылда уҡыусылар һайлаған иң популяр предметтар исемлегендә, былтырғы кеүек, йәмғиәтте өйрәнеү (13020 заявка), физика (9025), биология (6006), тарих (5418).

Уларҙан ҡала тапшырыусылар һаны буйынса химия һәм информатика килә. Был предметтарҙы 4509 һәм 3698 кеше һайлаған. Инглиз теле 1818 заявка йыйған, әҙәбиәт — 1500-ҙән ашыу, география – 1195. Иң аҙ заявкалар немец (102) һәм француз (18) телдәренә бирелгән. Испан теле республикала иң талап ителмәгәне — уны бер генә кеше тапшырырға теләк белдерҙе.

темалар: мәғариф