6 декабрь, Шишәмбе

15 март 2010 йыл, 17:02

Башҡортостан мушкетерҙары Ғәниев һәм Нәсибуллин Донъя кубогында «алтын» менән «көмөш» алды

автор: Дмитрий Слезин

Рәсәй рапирасылары триоһы — Өфөнән Реналь Ғәниев һәм Руслан Нәсибуллин, шулай уҡ Артем Седов — Португалияның Эшпинью ҡалаһында барған Донъя кубогында приз алыусылар иҫәбенә инде.

Беренсе урын өсөн алышта яҡташтар — Реналь Ғәниев менән Руслан Нәсибуллин осрашты. 15:10 иҫәбе менән Ғәниев еңеү яуланы.

Ярымфиналда Ғәниев поляк Мартин Заваданан еңеүҙе тартып ала алды – 15:13, ә Нәсибуллин Седовтан көслөрәк булып сыҡты – 15:9.

темалар: фехтование