5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2010 йыл, 17:01

Яҡташыбыҙ - Омск өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары

автор: Айҙар Хөсәйенов

Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығы етәксеһе Рәсим Ғирфанов Омск өлкәһе рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.

Йөкләмәләрҙе бүлеүгә ярашлы, ул Омск өлкәһенең Граждандар оборонаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр эштәре буйынса Баш идаралығы, Омск өлкәһе Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара эш итеү идаралығы, губернаторҙың Дәүләт серен һаҡлау буйынса идаралығы эшмәкәрлеген күҙәтәсәк. Бынан тыш, Ғирфанов мәғлүмәт именлеге буйынса өлкә комиссияһы, Омск өлкәһенең терроризмға ҡаршы комиссия аппараты, төбәк наркотиктарға ҡаршы комиссия аппараты, өлкә эвакуация комиссияһы, Омск өлкәһендә хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү өлкәһендә эшмәкәрлекте көйләү буйынса ведомство-ара комиссияһы эшен етәкләйәсәк.

Яҡташыбыҙ Рәсим Мәсәлим улы Ғирфанов 1951 йылдың 14 декабрендә Дәүләкәндә тыуған. Өфө авиация институтын, авиация двигателдәре факультетын тамамлаған. Юллама буйынса Өфө моторҙар эшләү заводының "Союз" тәжрибә конструкторҙар бюроһына эләгә, инженер-конструктор булып эшләй. 1979 йылда дәүләт именлеге органдарына эшкә саҡырыла. Минскиҙа Дәүләт именлеге комитетының Юғары курстарын, һуңынан Мәскәүҙә Дәүләт именлеге комитетының Юғары мәктәбен тамамлай. Оперуполномоченный вазифаһынан башлап, РФ Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы начальнигы урынбаҫарына тиклем бөтә карьера баҫҡыстарын үтә. 2002 йылдың февраленән 2009 йылдың декабренә тиклем Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Омск өлкәһе буйынса идаралығын етәкләй. Генерал-майор званиеһында.