7 декабрь, Шаршамбы

15 март 2010 йыл, 16:22

Башҡортостандан делегация Ҡаһирәлә студенттар менән осрашасаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

БР мосолмандарының Диниә назараты ойошторған алты кешенән торған делегация март аҙағында Египетҡа барасаҡ. Унда Ҡаһирәлә, Әл-Әзһәр Халыҡ-ара ислам университетында, Башҡортостандан студенттар һәм вуз етәкселеге менән осрашасаҡ.

— 2010 йыл Башҡортостанда Республика йылы тип иғлан ителеү менән бәйле, беҙ сит илдәрҙәге студенттарыбыҙҙың тормошо тураһында фото һәм видеоматериалдар тупларға, һуңынан уларҙы тыуған илебеҙҙә күрһәтергә, йәштәрҙең проблемаларын асыҡлап, кәрәк булһа, уларға ярҙам күрһәтергә планлаштырабыҙ, — тип хәбәр итте БР мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Руслан Саяхов.

Делегация составына республиканың күренекле мәҙәниәт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре инә. Шул иҫәптән Кинйә Арсланов исемендәге Хәйриә фонды вице-президенты Салауат Юлбарисов һәм билдәле фоторәссам, РФ-тың һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Килмәмәтов. Өфөнән Ҡаһирәгә юлға сығыусы ҡатын-ҡыҙҙар төркөмөн «Сәләм» магазины директоры Әлфиә Иҙрисова етәкләй, улар Башҡортостандан Әл-Әзһәрҙә уҡыусы ҡыҙҙар менән аралашырға йыйына.

Дөйөм алғанда, Әл-Әзһәрҙә республикабыҙҙан 50-ләп студент уҡый. Уларҙың 15-е уҙған йәйге каникулдары ваҡытында үҙ тыуған илендә республиканың төрлө райондарында  практика үтте, уларға имамдар тик ыңғай ғына баһа бирҙе.

Ҡаһирәлә уҡыған балаларға сит илдәрҙә Башҡортостандың күргәҙмә-презентацияларын ойоштороу кеүек мөһим миссия ла йөкмәтелгән. Был республиканың һәм илдең имиджын күтәреү өсөн дә кәрәк, сөнки ғәрәп донъяһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй һәм уның төбәктәре мәҙәниәте менән аҙ таныштар. Шул уҡ Египетта этник мосолмандарҙың күбеһе йәшәгән Башҡортостанды бик аҙҙар ғына ишетеп белә.

Былтыр сентябрҙә Ҡаһирәгә юлланғанда, студенттар үҙҙәре менән милли кейем, музыка ҡоралдары, халыҡ кәсебе әйберҙәре, республикабыҙ хаҡында фильмдар һәм фотографиялар запасы алғайны. Был материалдарҙы улар апрель башында Әл-Әзһәрҙә үтәсәк республикабыҙға арналған күргәҙмәләр үткәргәндә файҙаланырға планлаштыра.