8 декабрь, Кесе йома

15 март 2010 йыл, 15:31

Йомағужа ГЭС-ы тоннелде тикшереү өсөн туҡтатыла

автор: Эльвира Латипова

Йомағужа ГЭС-ында ташҡынға әҙерлек бара. Гидроэлектростанция начальнигы Сергей Маликовтың әйтеүенсә, Ағиҙелдең урта ағышында быйыл былтырғыға ҡарағанда ҡар күп йыйылған. Һыуҙың да мул булыуы көтөлә.

Был көндәрҙә һыу һаҡлағыста ташҡын алдынан һынау үткәрелә. Ташҡынға ҡәҙәр бында 40 миллион кубометр самаһы һыу ҡалырға тейеш. Кимәлен 229,5 метрға тиклем төшөрөү бурысы тора. Бөгөн һыу һаҡлағысында һыу күләме 84 миллион кубометр тәшкил итә. ГЭС үҙе көсөргәнеште төрлөсә көйләү режимында эшләй: төнөн кәметелә, көндөҙ көсөргәнеш арттырыла. Агрегат аша тәүлектең төрлө ваҡытында секундына 35-40 кубометр һыу үткәрелә.

Йомағужа ГЭС-ында гидрогенераторҙарға, төп һәм ярҙамсы ҡорамалдарға ағымдағы ремонт һәм тикшереү эштәре алып барыла. Киләһе аҙнала гидроагрегаттарҙың автоматик идара итеү системаһына ревизия башлана. Бының өсөн Санкт-Петербургтан «Промавтоматика» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкиле — Йомағужа ГЭС-ының автоматик идара итеү системаһын эшләгән белгестең килеүе көтөлә.

«Башкирэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шишәмбе, 16 мартта, гидроэлектростанция эше туҡтатыла: һыуҙы һыу һаҡлағыстан турбиналы һыу үткәргестәргә, артабан электр энергияһы етештереүсе технология циклына алып барған тоннель торошо тикшерелә.  Тоннель һыу һаҡлағыс төбөнән башланып, быуаны сикләп торған ҡая эсенән үтә, һәм ГЭС-тың өс һыу үткәргесенә бара. Тоннель оҙонлоғо  – 400 метр тирәһе.

Дефекттарҙы табыу һәм бөтөрөү өсөн тоннелде тикшерер алдынан, уны тулыһынса һыуҙан бушатырға кәрәк. Был бик яуаплы эш: гидроҡоролманың һыу аҫтындағы өлөшөн былай деталләп тикшереү мөмкинлеге йыш булмай. Һуңғы тапҡыр тоннелде 2008 йыл башында һыуҙан бушатҡандар.

Тоннелде тикшереү эшен Йомағужа һыу һаҡлағысы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә «Йомағужа һыу һаҡлағысы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эксплуатация хеҙмәте башҡара.  Был эштәр барышында һыу һаҡлағыстан һыу Ағиҙелгә бындай осраҡтар өсөн ҡаралған ремонт һыу ебәргесе аша сығарыла. Йылға ағымы буйынса түбәндә урынлашҡан ҡулланыусылар һыуға ҡытлыҡ кисермәйәсәк.