11 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2010 йыл, 14:43

Башҡортостанда һайлауҙа һайлаусыларҙың 80% самаһы ҡатнашты

автор: Марина Шумилова | фото: Олег Яровиков

— 14 мартта үткән һайлауҙа Башҡортостан һайлаусыларының 79,25 проценты ҡатнашты, — тип хәбәр итте бөгөн БР Үҙәк һайлау комиссияһында үткән матбуғат конференцияһында уның рәйесе Рәмил Мәзитов. — Һайлаусылар исемлегендә 200 меңдән ашыу кеше булды. Яҡынса мәғлүмәттәргә ҡарағанда, тауыш биреүҙә 159 мең 828 һайлаусы ҡатнашты.

Унан алда, Берҙәм тауыш биреү көнөндә, республиканың 33 ҡала һәм районында 60 һайлау кампанияһы үтте. Шул иҫәптән өс — Төньяҡ (33-сө), Көньяҡ (49-сы) һәм Мәләүез (50-се) бер мандатлы һайлау округы буйынса БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау, шулай уҡ муниципаль берәмектәр Советтары депутаттарын өҫтәп һайлау үткәрелде. Һайлау бөтә 73 округта үтте, 73 депутат һайланды.

— Һайлауҙа конкуренция кимәле юғары булды, — тип билдәләне Рәмил Мәзитов. — Бер урынға ике-өс кандидат дәғүә итте. Ә 33-сө Төньяҡ округында бер БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай  депутаты мандатына өс кандидат дәғүә итте, 49-сы Көньяҡ һәм 50-се Мәләүез — дүртәр кандидат.

Берҙәм тауыш биреү көнөндә Башҡортостанда 433 участка һайлау комиссияһы эшләне, уларҙың составына, сәйәси партиялар вәкилдәрен индереп, 2,5 мең самаһы кеше йәлеп ителде. «Берҙәм Рәсәй» участка комиссияларына – 403 кеше, КПРФ – 214, ЛДПР – 166, «Ғәҙел Рәсәй» 214 кеше ебәрҙе.

— Тауыш биреү көнө тәртип боҙоуҙарһыҙ, ялыу һәм мөрәжәғәттәрһеҙ үтте, — тип хәбәр итте Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе. — Депутаттар һайлау федераль һәм республика закондарына ярашлы үткәрелде.

Рәмил Мәзитов һайлауҙарҙы мәғлүмәти тәьмин итеүҙең юғары профессиональ кимәлен билдәләне.

темалар: һайлау