8 декабрь, Кесе йома

15 март 2010 йыл, 13:54

75 йыл элек Башҡорт АССР-ы Ленин орденына лайыҡ була

автор: Сергей Захаров

Тарихтағы бер көн. 75 йыл элек, 1935 йылдың 15 мартында, Башҡорт АССР-ы үҙенең беренсе Ленин орденын алды. Был юғары наградаға республика сәнәғәтте һәм ауыл хужалығын үҫтереүҙәге уңыштары өсөн лайыҡ булды.

Энциклопедия мәғлүмәттәренә ярашлы, социалистик ҡоролош йылдарында Башҡортостан индустриаль-аграр төбәккә әйләнде. Тулайым продукция сығарыу 2,5 тапҡырға артты. 35 яңы завод, фабрика һәм электростанциялар төҙөлдө, ҡайһы бер ҙур предприятиеларға нигеҙ һалынды. Уларҙың береһе – Башҡортостандың нефть сәнәғәтенә нигеҙ һалыусы Ишембай нефть промыслаһы. Республика «Икенсе Баку» исеме алған яңы нефть районы үҙәктәренең береһенә әйләнде.

Икенсе һәм өсөнсө биш йыллыҡтарҙа 70 предприятие төҙөлдө, шул иҫәптән Өфө-Ишембай тимер юлы, Ишембай-Өфө нефть үткәргесе, Ишимбаей нефть ҡыуыу һәм Өфө крекинг заводтары, авиадвигателдәр һәм комбайн моторҙары етештереү үҙләштерелде. Еңел һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте объекттары төҙөлдө: 8 Март исемендәге тегеү фабрикаһы, икмәк заводы, Өфөлә макарон һәм кондитер фабрикалары, Бәләбәй, Белорет, Туймазы, Раевка ит комбинаттары. Социалистик ярыш киң таралыу алды, стахановсылар хәрәкәте барлыҡҡа килде.

1940 йылға крәҫтиән хужалыҡтарының 97,9 проценты коллективлаштырылды. Мәҙәни революция үткәрелде: наҙанлыҡ бөтөрөлдө, милли эшсе кадрҙар һәм интеллигенция үҫеште, башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте бер ни тиклем үҫте.