Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↓

EUR 69.43 ↑

22 август, Шишәмбе

Уфа   °

Йәш парламентарийҙар Мөрәжәғәтнамәне тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашырға ниәтләй

Сәйәсәт

БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары һәм республиканың йәштәр һәм йәмәғәт палаталары вәкилдәре Өфөлә «Башҡортостан Республикаһы Президенты Мөрәжәғәтнамәһе — республика йәштәренең эш итеү планы» түңәрәк өҫтәле үткәрҙе. Унда БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары, БР Президенты Хакимиәте, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәре ҡатнашты.

Асыҡтан-асыҡ диалогта республика йәштәренең Башҡортостан Президентының

«Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл (Республикалағы хәл һәм 2010 йылда уны үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында)» Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тормошҡа ашырыуы мәсьәләләре күтәрелде.

Йәштәр активы иғтибарын бигерәк тә Мөрәжәғәтнамәнең иҡтисадты һәм һөнәри белемде модернизациялауға, агросәнәғәт комплексын һәм туризмды үҫтереүгә, халыҡ араһында физкультура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе таратыуға, федераль милли сәйәсәтте камиллаштырыуға һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәниәтен һаҡлауға ҡағылышлы положениелары ҡыҙыҡһындырҙы. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар Мөрәжәғәтнамәлә ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә йүнәлтелгән конструктив тәҡдимдәр менән сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть