11 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2010 йыл, 12:17

24 мартта Республика туберкулез диспансерында Асыҡ ишектәр көнө үтә

автор: Елена Макушина

24 мартта Республика туберкулез диспансерында Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө айҡанлы Асыҡ ишектәр көнө үтә.  

«Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иртәнге 9-ҙан көндөҙгө 3-кә тиклем квалификациялы белгестәр (фтизиатрҙар, фтизиодерматологтар, фтизиоокулистар, фтизиогинекологтар, фтизиоурологтар һәм башҡалар) туберкулезды дауалау, реабилитация, профилактика мәсьәләләре буйынса бушлай консультациялар үткәрә.      

«Өфөнөң Сәғит Агиш урамы, 4-се йорт адресы буйынса урынлашҡан Республика туберкулез диспансерының поликлиника бүлегенә, телефоны: 228-45-14; Цюрупа урамы, 100/1, Октябрь проспекты, 155-се йорт адрестары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин», — тине матбуғат хеҙмәте вәкиле Лира Исхакова.  

24 мартта иртәнге 9-00-дән сәғәт 13-00-гә тиклем Өфөнөң Үҙәк, Колхоз һәм Затон баҙарҙары майҙанында күсмә флюорографик ҡоролмала граждандарға бушлай флюорография үткәреләсәк.  

Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөн 1982 йылдың 24 мартынан алып билдәләйҙәр. Тап ошо ваҡытта Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы һәм Халыҡ-ара туберкулезға һәм үпкә ауырыуҙарына ҡаршы көрәш ойошмаһы (IUATLD) туберкулез эпидемияһын туҡтатыуҙың глобаль мәсьәлә булыуына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү маҡсатында был датаны Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итеү тәҡдиме менән сығыш яһай.

2010 йыл 2006-2015 йылдарға иҫәпләнгән “Туберкулезды туҡтатыу” глобаль планын ғәмәлгә ашырыуҙың ярты юлын билдәләүсе йыл. 2010 йылда Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнөнөң лозунгыһы -  "Туберкулезға ҡаршы көрәш дауам итә!".