4 декабрь, Йәкшәмбе

15 март 2010 йыл, 11:44

Башҡортостан Президентына рәхмәт белдерелде

автор: Эльвира Латипова

ХХI быуат Сифат билдәһе Советы һәм «Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе» күргәҙмәһенең башҡарма дирекцияһы Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовҡа Башҡортостан тауар етештереүселәренең Бөтә Рәсәй сифат конкурсындағы юғары һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Мәғлүм булыуынса, конкурс йыл һайын Рәсәйҙең иң яҡшы тауарҙарын, хеҙмәтләндереүҙәрен һәм технологияларын алға һөрөү Милли программаһы сиктәрендә үткәрелә. 2009 йылда унда Рәсәйҙең 28 төбәгенән, шулай уҡ Беларустан һәм Украинанан 100-гә яҡын предприятие ҡатнашты.

Башҡортостан күргәҙмәлә үҙенең биш предприятиеһы менән бөтә дәрәжәләге наградаларҙы йыйҙы. «Каустик» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Стәрлетамаҡ) өс «ХХI быуат алтын Сифат билдәһе»нә лайыҡ булды. «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте биш алтын, биш көмөш һәм ике бронза награда алды. «Нефтехимэшкәртеү ннституты» дәүләт унитар предприятиеһы Мәскәүҙән Алтын Сифат билдәһе килтерҙе. «Сода» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Стәрлетамаҡ) бер юлы алты алтын Сифат билдәһе алды. «Ишембай ойоҡ фабрикаһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте иҫәбендә — ике «алтын».

Сираттағы «Бөтә Рәсәй маркаһы (III мең йыллыҡ). ХХI быуат Сифат билдәһе» XXIII Халыҡ-ара күргәҙмәһе (конкурсы) 25-28 майҙа үтәсәк, тип хәбәр итә БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы.