10 декабрь, Шәмбе

15 март 2010 йыл, 11:40

"Урал авиалиниялары" авиакомпанияһы Өфөнән Дүшәнбе һәм Худжандҡа рейстар аса

автор: Любовь Колоколова

3 апрелдән "Урал авиалиниялары" авиакомпанияһы Өфөнән Дүшәнбегә оса башлай. Рейстар ике аҙнаға бер тапҡыр шәмбе көндәрендә башҡарыласаҡ. Ә 10 апрелдән ошондай уҡ ваҡыт араһы менән Худжандҡа ла рейстар асыла. Йылы яҡҡа осоу өсөн А320 һауа суднолары ҡулланыласаҡ.

«Өфө» халыҡ-ара аэропорты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең маркетинг хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Тажиҡстандың Дүшәнбе һәм Худжанд ҡалаларына рейстар асыу осоштар географияһын киңәйтеү буйынса алып барылған оҙайлы эш һөҙөмтәһе булған. Бөгөнгө көндә Башҡортостан территорияһында тажиҡ диаспораһында 7 меңдән ашыу кеше иҫәпләнә. Белгестәр әйтеүенсә, даими рейстар булдырыу Башҡортостан менән Тажиҡстан республикаларының ике яҡлы сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни бәйләнештәренең артабанғы үҫешенә һәм нығыныуына ыңғай йоғонто яһаясаҡ.