Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

26 февраль, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала балалар өсөн Сәләмәтлек үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк

Йәмғиәт

2010 йылда сәләмәт йәшәү рәүешен формалаштырыуға йүнәлтелгән сараларҙы ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда балалар өсөн сәләмәтлек үҙәктәре ойоштороласаҡ. «Башинформ» агентлығына БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, федераль бюджеттан был маҡсатҡа 11,72 миллион һум аҡса бүлеү ҡаралған.

2009 йылда республикала 55720 бала яҡты донъяға килгән — 2008 йылға ҡарағанда 9987-гә күберәк. Аборттар һаны кәмегән. Әгәр 2008 йылда бала табыу йәшендәге 1000 ҡатын-ҡыҙға 26,2% аборт тура килһә, 2009 йылда был һан 24,2 процентҡа төшкән. Күп осраҡта бындай тенденция 63 ғаилә планлаштырыу учреждениеһы эшмәкәрлеге арҡаһында күҙәтелә. Матбуғат хеҙмәтенән билдәләүҙәренсә, психолог консультацияһы һәр һигеҙенсе йөклө ҡатындың балаһын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.  

2007 йылдан алып республикала «Хәүеф төркөмөндәге ауырлы ҡатындарҙың мониторингы» интернет-системаһы эшләп килә. Республиканың ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында иҫәптә торған йөклө ҡатындарҙы  интернет-программаға ылыҡтырыу 2009 йылда 97 процентҡа еткән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть