10 декабрь, Шәмбе

15 март 2010 йыл, 11:08

«Яҙғы йәйғор»ҙа Ригала башҡорт йырҙары яңғыраны

автор: Марина Шумилова

Латвия башҡорттары ҡоролтайы «Бал» ансамбленең әүҙем ижади эшмәкәрлеге арҡаһында Латвияның бөтә фольклор фестивалдәрендә башҡорт йырҙары яңғырай. Сираттағы ошондай сара Ригала – «Яҙғы йәйғор» фольклор фестивале үтте, уны RSEBAA (Рига халыҡ-ара юғары иҡтисад һәм идара итеү мәктәбе) халыҡ-ара мәҙәниәт үҙәге ойошторҙо. Унда Латвияның милли йәмғиәттәре һәм милли ижади коллективтары ҡатнашты.

«Яҙғы йәйғор» фестивале — был «Бөтә ғаилә өсөн байрам» проектының икенсе этабы. Беренсе этабында «Илдәр һәм ҡитғалар буйлап» Яңы йыл концерты ойошторолдо, ул быйыл ғинуарҙа үтте. «Яҙғы йәйғор» ижади программаһы тамашасыларҙы Латвия, Рәсәй, Германия, Белоруссия, Испания һәм башҡа илдәр халыҡтарының йыр һәм бейеү мәҙәниәте менән таныштырҙы.

«Латвия башҡорттары ҡоролтайы» ватандаштар берекмәһенең «Бал» ансамблендә ҡатнашыусылар Артур Закиров менән Рина Хәмитова үҙ сығыштарын үҙ этник тыуған иле — Башҡортостан йырҙарына һәм бейеүҙәренә һәм алдағы III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнаны. Проект етәксеһе Светлана Самбуоская менән RSEBAA ректоры Ирина Сенникова ансамблгә диплом тапшырҙы һәм үҙ халҡының милли мәҙәниәтен һаҡлаған һәм фестивалдә әүҙем ҡатнашҡан өсөн рәхмәт белдерҙе.