5 декабрь, Дүшәмбе

15 март 2010 йыл, 10:31

Өфө студенты «Гәлсәр әфлисун» бөтә Рәсәй конкурсында еңде

автор: Эльмира Сабирова

Х юбилейлы бөтә Рәсәй йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса студент эштәре конкурсының төп бүләген  – «Гәлсәр әфлисун» кубогын – Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһы студенты яуланы.

Мария Игнатенконың «Туғанлыҡ бәйләнештәре» проекты «Социаль өлкәлә йәмәғәтселек менән бәйләнештәр» номинацияһында иң яҡшыһы тип табылды.

Быйылғы йылда конкурстың шорт-лисына 199 тикшеренеү эше ингән һәм ни бары дүрт проект иң яҡшыһы тигән баһаға лайыҡ булған. Яҡташыбыҙҙан тыш, юғары баһаны Ҡазан, Ярославль, Санкт-Петербург йәштәре алған. Йәнә 27 эш беренсе, икенсе, өсөнсө дәрәжәләге дипломдар менән билдәләнгән. Конкурстың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дөйөм алғанда эштәр йыл һайын сифатлыраҡ, яҡшыраҡ була бара, ләкин унынсы юбилейлы конкурсҡа бер башҡа айырылып торған, күренекле эштәр аҙ тәҡдим ителгән.

Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә 17 мартта Рәсәй дәүләт гуманитар университетында, II «Оло ил студентлығы» бөтә Рәсәй форумының финал саралары сиктәрендә үтәсәк.

темалар: мәғариф