Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.75

EUR 63.66

28 май, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан паралимпиясылары икенсе «алтын» яуланы

Йәмғиәт

Канаданың  Уистлер ҡалаһында X Паралимпия уйындары башланған көндә Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбенә Башҡортостандан ике спортсыбыҙ “алтын” миҙалдар килтерҙе. Беренсеһен терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында биатлон эҙәрлекләү уҙышында Ирек Зарипов яуланы. Бында икенсе урынға Юрий Костюк (Украина) сыҡты, «бронза» миҙалды Энди Суле (АҠШ) алды.

Физик үҙенсәлектәр менән спортсылар араһында Башҡортостанда тәрбиәләнеүсе биатлонсы Кирилл Михайлов эҙәрлекләү уҙышында беренсе булып килде. Норвег Нильс-Эрик Ульсет унан 19 секундҡа ҡалышты, украин Григорий Вовчинский бронза призер булды.

Рәсәй йыйылма командаһы, һигеҙ награда – өс «алтын», өс «көмөш» һәм ике «бронза» яулап, дөйөм команда иҫәбендә алға сыҡты. Икенсе урынды Украина командаһы (2-1-2) биләй, өсөнсөлә – Германия (1-0-0).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть