9 декабрь, Йома

15 март 2010 йыл, 9:46

Өфөлә сатраш буйынса республика беренселеге старт алды

автор: Ирек Мөхәмәҙиев

Ике көн элек Өфөлә Башҡортостан Мәғариф министрлығы Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең сатраш буйынса асыҡ беренселеге башланды.

"Башинформ" агентлығына ярыштарҙың төп судьяһы Роза Иҙрисованың хәбәр итеүенсә, беренселектә 1992 йылда тыуғандарҙан алып һәм унан йәшерәк 75 сатрашсы ҡатнаша. Квалификация ярыштары ҡатнашыусыларҙың оҫталығын күтәреү маҡсатында үткәрелә һәм биш турнирҙы үҙ эсенә ала: юғары лигала беренсе разрядлылар уйнай, ә дүртенсе лигала әлегә разряды булмаған 23 йәш спортсы көс һынай.

Турнирҙарҙың барыһы ла швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үтә. Һәр сатрашсыға бер партияға сәғәт ярым ваҡыт бирелә. Асыҡ беренселек булғанға күрә, Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренән тыш, уйындарҙа башҡа Өфө тренерҙары уҡыусылары ла ҡатнаша. Ярыштар 22 мартта тамамлана.

темалар: сатраш уйыны