Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Тыуған яғыбыҙ ҡоштары» экологик акцияһы тамамланды

Йәмғиәт

Сираттағы «Тыуған яғыбыҙ ҡоштары» экологик акцияһы тамамланды. Ул Өфөнөң Калинин районында үтте. Унда 17 белем биреү учреждениеһы ҡатнашты.

Акция сиктәрендә уҡыусылар өсөн конкурс үткәрелде. Жюри хөкөмөнә йөҙҙән ашыу эш тәҡдим ителде. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конкурсанттарҙың хеҙмәте бер нисә номинация буйынса баһаланды: «Иң яҡшы сыйырсыҡ ояһы», «Иң яҡшы тағараҡ», «Иң яҡшы фотоотчет», «Иң яҡшы плакат», «Иң яҡшы һүрәт», «Иң яҡшы листовка», «Иң яҡшы стенгазета».

Еңеүселәр һәм призерҙар БР Экология министрлығынан китаптар менән бүләкләнде. Министрлыҡтан тыш, «Тыуған яғым ҡоштары» акцияһын ойоштороусылар булып Өфөнөң Калинин районы хакимиәте һәм был райондың “Аҡ йылға” балалар экологик-биологик үҙәге сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть