Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.93

EUR 68.66

24 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

ӨДНТУ – нефть-газ вуздары араһында спартакиада призеры

Йәмғиәт

И.М.Губкин исемендәге Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университетында был уҡыу йортоноң 80 йыллығына арналған нефть-газ вуздарының Х спартакиадаһы тамамланды. Унда Әлмәт, Грозный, Төмән, Өфө һәм Ухта командалары ҡатнашты.

Өфө дәүләт нефть техник университетынан хәбәр итеүҙәренсә, студенттар алты спорт төрөндә: футбол, баскетбол, волейбол, йөҙөү, өҫтәл теннисы һәм дзюдо буйынса ярышты. Биш төр иҫәпкә алынды. ӨДНТУ командаһы волейбол һәм дзюдо буйынса ярыштарҙа – беренсе, өҫтәл теннисында икенсе урынды яуланы. Дөйөм йомғаҡтар буйынса беҙҙең студенттарыбыҙ, төмәндәрҙән ҡалышып, икенсе урынға сыҡты. Бронза – Ухта командаһында.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть