8 декабрь, Кесе йома

12 март 2010 йыл, 17:44

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов: предприятие ауырлыҡтары – етәкселәренең намыҫында

автор: Эльвира Латипова | фото: Андрей Старостин

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың әйтеүенсә, предприятие эшмәкәрлеге күп осраҡта етәксеһенең профессионаллегенән тора, һәм был һүҙҙәр көрсөк осоронда раҫлау тапҡан.

— Күп кенә предприятиеларҙағы хәлдәр торошо борсоуға һала. Шул уҡ ваҡытта бик матур эшләгән, килем алған һәм социаль мәсьәләләрен хәл иткән предприятиелар бар, — тип билдәләне  төбәктең 2009 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына һәм 2010 йылға билдәләнгән бурыстарға арналған БР Хөкүмәтенең ултырышында республика башлығы. – Беҙ эшләмәйбеҙ генә, ә мөмкинлектәр бар.

Урындарҙағы менеджерҙарҙың яуаплылығының түбән кимәлдә булыуы камил булмаған идара итеү структураһы арҡаһында йәнә киҫкенләшә, тип иҫәпләй Президент.

— Байтаҡ етәкселәр үҙҙәрен иркен тота, улар – акционер йәмғиәттәре, тимәк, нимә теләйҙәр, шуны эшләйҙәр, ҙур эш хаҡы алалар. Үкенескә күрә, беҙҙә иҡтисад структураһы ла, власть структураһы ла шулай. Барыһын да беҙ хәл итмәйбеҙ. Ҡайһы бер мәсьәләләрҙе беҙ бөтөнләй хәл итә алмайбыҙ. Предприятие ауырлыҡтары – производствоны ошо хәлгә еткергән етәкселәренең намыҫында. Мәҫәлән, яғыулыҡ блогы предприятиеһын зыянға эшләү кимәленә нисек еткерергә мөмкин? Был аңлашылмай миңә.  

Һүҙ «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хаҡында бара. Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса ул зыянды 3,8 миллиард һум күләменә еткергән. Бөгөн «Салауатнефтеоргсинтез»ға республика буйынса зыян суммаһының өстән бер өлөшө һәм эшкәртеү производствоһының кире финанс һөҙөмтәһенең 40 проценты тура килә.

— Етештергәнеңде һатыу булмаһа – бер эш, — тине Мортаза Рәхимов. – Әммә һатыу бар. Сеймал юҡ икән – быныһы икенсе мәсьәлә. Ләкин сеймал да бар. Нисек шулай?

Президенттың һорауҙары яуапһыҙ ҡалды: ултырышта генераль директор булмай сыҡты, ә уның урынына килгән дөйөм мәсьәләләр һәм корпоратив хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары хәл-ваҡиғалар торошона аңлатма бирә алманы.  

— Республика буйынса килем кәмеһә лә, бар социаль йөкләмәләр ҙә үтәлде, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк башлығы. – Беҙ көн һайын райондарҙан хат алабыҙ: дауахана кәрәк, мәктәп кәрәк... Эйе, төҙөргә кәрәк. Ләкин төҙөр өсөн тәүҙә аҡса эшләргә кәрәк. Әйтегеҙ әле, ауылда ҡайҙан эшһеҙлек булһын? Ярҙамсы хужалыҡтарға техника һатып алабыҙ. Бөгөн шәхси хужалыҡтарҙа колхоз һәм совхоздарға ҡарағанда ла техника күберәктер әле.  

Уҙған йылда ярҙамсы хужалыҡтарға алған кредиттары буйынса проценттарҙы ҡаплау өсөн бар кимәлдәге бюджеттарҙан 118 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән. Республика бюджеты иҫәбенә 60 процентҡа арзанайтыу юлы менән, лизингы буйынса тағылма инвентаренең тулы комплекты менән бергә 215 трактор тапшырылған. Һәм бына быйыл шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға  200 миллион һум күләмендә ярҙам күрһәтелде.

— Беҙҙә мөмкинлектәр бар – эшләргә кәрәк, — тине республика Президенты.