3 декабрь, Шәмбе

12 март 2010 йыл, 17:19

Йәштәр активы республика Президенты Мөрәжәғәтнамәһен тикшерә

автор: Марина Шумилова

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Йортоноң йыйылыштар залында «Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимовтың Мөрәжәғәтнамәһе — республика йәштәренең эш планы» түңәрәк өҫтәле үтә. Унда БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы вәкилдәре, республика парламенты ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары, шулай уҡ йәштәр һәм балалар йәмәғәт берләшмәләре вәкилдәре ҡатнаша.

Йәштәр хәрәкәте активистары Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың “Башҡортостанды артабан модернизациялау: ХХI быуатта именлеккә һәм сәскә атыуға илтеүсе юл (Республикалағы хәл һәм 2010 йылда уны үҫтереүҙең төп йүнәлештәре тураһында)” Мөрәжәғәтнамәһе положениеларын тикшерә.

Түңәрәк өҫтәлдең көн тәртибендә – халыҡ хужалығын модернизациялауға, профессиональ белем биреүгә, фәнни потенциалды үҫтереүгә, йәштәр ойошмаларының хеҙмәттәшлегенә һәм милли мәҙәниәтте һаҡлауға ҡағылышлы актуаль мәсьәләләр; Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеүгә әҙерләнгәндә, Республика йылын үткәргәндә республика йәштәре алдында торған мөһим бурыстар һәм башҡалар.