Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Оксана Савченко физик культура өлкәһендә иң яҡшы белгес тип танылды

Сәйәсәт

Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Өфөнөң Киров районы 18-се балалар һәм үҫмерҙәр олимпия резервы спорт мәктәбе инструкторы Оксана Савченконы физик культура һәм спорт өлкәһендә иң яҡшы белгес исеменә Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе менән ҡотланы.

Ҡотлау телеграммаһында шулай тиелә:

«Хөрмәтле Оксана Владимировна!

Һеҙҙе физик культура һәм спорт өлкәһендә иң яҡшы белгес исеменә Бөтә Рәсәй конкурсында “Яраҡлашыу спорты” төркөмө буйынса “Йыл спортсыһы” номинацияһында еңеүегеҙ менән ихлас ҡотлайым!  

Беҙ Һеҙҙең юғары ҡаҙаныштарығыҙ менән ғорурланабыҙ һәм Пекиндағы Паралимпия уйындарында, Рио-де-Жанейрола донъя чемпионатында данлы еңеү традицияларығыҙ киләһе йылдарҙа ла дауам ителер, тип ышанабыҙ.

Һеҙгә ысын күңелдән ныҡлы сәләмәтлек, именлек һәм бәхет, тыуған Башҡортостаныбыҙ һәм бөтә Рәсәй даны хаҡына яңынан-яңы спорт уңыштары теләйем!

Башҡортостан Республикаһы Президенты М. Рәхимов».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть