Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Силәбелә VII өлкә башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк

Сәйәсәт

20 мартта Силәбе йәш тамашасы театрында Силәбе өлкәһе башҡорттарының VII отчет-һайлау ҡоролтайы эшен башлаясаҡ. Силәбе өлкәһе губернаторы Петр Сумин уны үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Силәбе өлкәһе үҙендә йәшәгән башҡорттар һаны буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй. Төбәк Хөкүмәте башҡорт халҡының телен, милли мәҙәниәтен һаҡлауға, Башҡортостан менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға ҙур иғтибар бирә.

2003 йылдан Силәбе өлкәһе Хөкүмәте менән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте араһындағы Сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү тормошҡа ашырыла. Ҡоролтайға 300-ҙән ашыу делегат йыйыласаҡ.

Көн тәртибендә – өлкә Ҡоролтайы рәйесе Марсель Йосоповтың отчет доклады, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрен тикшереү, яңы рәйес һәм башҡарма комитеттың яңы составын һайлау.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть