10 декабрь, Шәмбе

12 март 2010 йыл, 16:03

Башҡортостанда йәш быуынға артабан да дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

автор: Эльмира Сабирова

Йәш быуынға бар йүнәлештә дәүләт ярҙамын күрһәтеү дауам ителәсәк. Был турала “2009 йылда социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтары һәм 2010 йылға бурыстар” исеме аҫтында үткән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең киңәйтелгән ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев белдерҙе.

Ул Башҡортостан республикаһында Йәштәр башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылында балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәрҙең физик тәрбиәһенә йүнәлтелгән сараларҙың уңышлы атҡарылыуын, эш менән тьәмин итеүгә булышлыҡ итеү һәм йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам саралары әҙерләнеүен билдәләп үтте. Бынан тыш, төбәктә тәүге тапҡыр Йәштәр фәне көндәре үткәрелде, ул федераль кимәлдә юғары баһаланды.  

Төбәктә туризм үҫеше стратегияһына килгәндә, Раил Сарбаев был йүнәлештә республиканың бай потенциалы булыуын билдәләне.

— Әлеге ваҡытта Бөрйән, Ғафури, Әбйәлил, Йылайыр, Мәләүез, Архангел, Күгәрсен райондарында туристик-рекреацион зоналар бүленде, — тине Премьер-министр. – Яҡын арала «Аҙ ҡатлы төҙөлөш идаралығы» предприятиеһы менән Бөрйән районында туристарҙың туҡталыу урынын ойоштороу өсөн 10-15 ағас йорт һалынасаҡ.

Спортсыларыбыҙ ҡаҙаныштары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Раил Сәлих улы әйтеүенсә, 2009 йылда Башҡортостандың 16192 спортсыһы йәмғеһе 354 бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашҡан. Республика спортсылары 1067 миҙал яулаған, шуларҙың 106-һы — донъя чемпионаттарында, Европаныҡында – 78, 92  алтын, 48 көмөш, 44 бронза миҙал бар. Олимпиада уйындарында Ванкуверҙа республиканан 11 спортсы сығыш яһаған, йәнә дүртәүһе Паралимпия уйындарында ҡатнашасаҡ.