Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң Октябрь проспектында йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны булмаясаҡ

Йәмғиәт

Өфөлә Октябрь проспектын хәҙер светофорҙа йәки ер аҫты үткәүеленән генә аша сығырға мөмкин.  Был турала "Башинформ" агентлығына БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

"Дүрт рәттән торған машиналар йөрөгән юлда, яңы норматив документтарға ярашлы,  «Йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урыны» билдәһе торорға тейеш түгел", — тине матбуғат хеҙмәте вәкиле Наталья Трутнева.

Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында уҙған йылда булып үткән ике меңдән ашыу юл-транспорт фажиғәһенең 900-дә йәйәүлеләрҙең тапалыуын билдәләнеләр. Шуларҙың яртыһында йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле. Бик йыш билдәләр булмаған урындан юл аша сығыу һәм юл аша сыҡҡанда иғтибарһыҙлыҡ кеүек ҡағиҙә боҙоуҙар күҙәтелә. Куп осраҡта кешеләр яҡынайған транспорт алдына сыға. Авариялар һөҙөмтәһендә уҙған йылда 43 кеше һәләк булған, 900-ҙән ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть