Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Раил Сарбаев халыҡтан ит һәм һөт һатып алыу буйынса яңы проект башлау эшен йөкмәтте

Иҡтисад

Башҡортостандың бер йәки ике районында шәхси хужалыҡтарҙан ит һәм һөт һатып алыуҙы ойоштороу буйынса пилот проекты ғәмәлгә ашырыласаҡ. Бындай пилот проектын әҙерләү һәм ҡулланыуға индереүҙе БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа буйынса дәүләт комитеты менән берлектә республиканың Ауыл хужалығы министрлығына йөкмәтте.

— Халыҡтан ауыл хужалығы продукцияһын ойошҡан рәүештә йыйып алыуҙы тәьмин итеү өсөн булдырылған ауыл хужалығы етештереү кооперативтары әлегә нәтижәле эшләмәй, — тине БР Хөкүмәте ултырышында  Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев. – Эшкәртеү менән шөғөлләнгән предприятиелар менән 2009 йылда, халыҡтың шәхси хужалығы мөмкинлектәренән сығып ҡарағанда, ни бары 8,8 процент һөт һәм бер проценттан да кәмерәк күләмдә ит һатып алынған.  

Был проектты ғәмәлгә ашырыу өсөн заманса ҡорамал һәм техника менән йыһазландырылған махсус предприятие ойошторорға кәрәк буласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть