5 декабрь, Дүшәмбе

12 март 2010 йыл, 14:21

Быйыл «Үҙ йортом» программаһы буйынса йорттар һаны ике меңгә етәсәк

автор: Эльвира Латипова

Быйыл «Үҙ йортом» республика программаһы сиктәрендә төҙөлгән йорттар һаны ике меңгә тиклем еткереләсәк. Был турала йома көнө БР Хөкүмәте ултырышында Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев әйтте. Былтыр аҙ ҡатлы торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү программаһына ярашлы 500-ҙән ашыу йорт төҙөлдө.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ултырыш республиканың 2009 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеш йомғаҡтарына һәм 2010 йылға бурыстарға арналды.

Быйыл Өфө эргәһендә төҙөлөш алып барылған майҙансыҡтар һаны арттырыласаҡ. Программаға шулай уҡ башҡа ҡалалар һәм райондар ҙа ҡушыласаҡ. Программаның төп асылы халыҡты арзан торлаҡ менән тәьмин итеүгә ҡайтып ҡала, ләкин төҙөлөштөң үҙҡиммәтен арзанайтыу планында эшләргә кәрәк әле, тип билдәләне премьер.

— Бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ һатып алыуҙа бер квадрат метрҙың хаҡы юғары булыуы етди тотҡарлыҡ булып ҡала, — тине Раил Сарбаев. – Беҙгә торлаҡ хаҡын артабан кәметеү өсөн резервтар эҙләргә кәрәк.  

Дөйөм алғанда, республиканың төҙөлөш секторында иҡтисадтағы көрсөк күренештәре етди сағылды. Эшмәкәрлектең «Төҙөлөш» төрө буйынса эштәр күләме бер йылда 20 процентҡа – 73,5 миллиард һумға тиклем кәмене. Тармаҡта эшләүселәр һаны ла кәмене. Был башлыса төҙөлөштә инвестицион әүҙемлектең түбән булыуы һәм ипотека кредиты күләмдәренең биш тапҡырға кәмеүе менән аңлатыла. Ләкин хатта ҡатмарлы конъюнктураға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда торлаҡ төҙөлөшө күләмен 2008 йыл кимәлендә һаҡлай алдылар. Ике миллион 352 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлдө.