7 декабрь, Шаршамбы

12 март 2010 йыл, 14:17

Мәскәүҙә «Интурмаркет-2010» күргәҙмәһендә Башҡортостан туриндустрияһының яңы мөмкинлектәре күрһәтелә

автор: Любовь Колоколова

13 — 16 мартта Мәскәүҙә, «Крокуc-Экспо» күргәҙмә комплексында V «Интурмаркет-2010» халыҡ-ара туристик күргәҙмәһе үтә. БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм вәкилдәре күргәҙмәлә комплекслы республика туристик продукттарынан экспозиция тәҡдим итә. Башҡортостан туриндустрияһы вәкилдәренән торған делегацияны БР Йәштәр, спорт һәм туризм министрының беренсе урынбаҫары Кинйә Күскилдин етәкләй.

Күргәҙмәлә, ғәҙәттәгесә, Рәсәй төбәктәренең һәм сит илдәрҙең туриндустрияһының бөгөнгө көн ҡулланыусылары һорауын күҙ уңында тотоп әҙерләнгән киң масштаблы экспозицияһы күрһәтелә.  Ҡатнашыусыларҙы семинарҙар, мастер-кластар, консультациялар һәм ике яҡҡа ла файҙалы эшлекле осрашыуҙарҙы үҙ эсенә алған программа көтә.  

Башҡортостан территорияһында әүҙем ял ойоштороу буйынса үҙ хеҙмәтен республиканың алдынғы туроператорҙары — «Роза ветров» һәм «Тәңре» тәҡдим итәсәк. Һауыҡтырыу туризмы менән билдәле «Ассы» һәм «Красноусольский» шифаханалары таныштырасаҡ.

Комплекслы республика турпродуктын формалаштырыу сиктәрендә профилле министрлыҡҡа БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм БР Ауыл хужалығы министрлығы ярҙам күрһәткән. «Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса башҡорт фәнни-тикшеренеү үҙәге» дәүләт учреждениеһы, мәҫәлән, уникаль башҡорт балын алып килә. Күргәҙмәлә Өфө ит-консерва комбинатының һәм «НУМИК» яңы Өфө ит комбинатының ат итенән әҙерләнгән ит ризыҡтарын,  Өфө икмәк комбинатының сәк-сәген, 119-сы Өфө ат заводының ҡымыҙын һәм «Башспирт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең үлән төнәтмәләренән шифалы бальзамын күрергә мөмкин буласаҡ.

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте әлеге ваҡытта Рәсәйҙең автомобиль сәнәғәтендә сығарылған берҙән-бер комфортлы туристик автобусын күргәҙмәгә ҡуя. Был «VDL-НефАЗ» автобусына павильон эсендә абруйлы урын бирелгән.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, делегация вәкилдәре ғилми-ғәмәли конференцияларҙа һәм семинарҙарҙа, шул иҫәптән Бөтә донъя туристик ойошмаһы һәм Рәсәй Федерацияһының Туризм буйынса федераль агентлығы менән ойошторолған  «Дәүләт – шәхси эшҡыуарҙар хеҙмәттәшлеге: хәл итәһе мәсьәләләр, перспективалар» исемле семинарҙа ҡатнашасаҡ.