Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

24 сентябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Инженер ғәскәрҙәре боҙ китеүгә һәм ташҡынға әҙер

Йәмғиәт

Башҡортостан Рәсәйҙең яҙғы ташҡын ваҡытында ауылдарҙы, ауыл хужалығы участкаларын һәм урман массивтарын һыу баҫыу, күперҙәр емерелеү, тимер юл һәм автомобиль юлдары һыу аҫтында ҡалыу ихтималлығы юғары булған төбәктәре исемлегенә инде. Был турала Ҡоро ер ғәскәрҙәренең мәғлүмәт бүлеге хәбәр итә.

Әлеге ваҡытта бөтә хәрби округтар инженер ғәскәрҙәренең шартлатыу командалары һәм махсус ҡотҡарыу отрядтары ташҡынға ҡаршы саралар үткәреүгә даими әҙерлек һыҙығына баҫты.  

Инженер ғәскәрҙәре начальнигы вазифаһын башҡарыусы полковник Владимир Прокопчик хәбәр итеүенсә, хәрби округтар командующийҙары приказдарына ярашлы, 100-ҙән ашыу шартлатыу командаһы һәм ҡотҡарыу отряды ойошторолдо, уларҙың шәхси составы менән занятиелар үткәрелде. Йөҙәрләгән йөҙөүсе транспортерҙар һәм һауа тултырылған кәмәләр, вертолеттар, тиҫтәләгән тонна шартлатҡыс матдәләр ҡулланыуға әҙер. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы органдары һәм урындағы властар менән үҙ-ара килешеп эш итеү ойошторолған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть