12 март 2010 йыл, 13:28
Уҡытыу-тәжрибә участкаларының етәкселәре өсөн Өфөлә семинар үтә
автор: Эльмира Сабирова
Өфөлә, Республика балалар эколого-биология үҙәгендә 15 мартта уҡытыу-тәжрибә участкалары мөдирҙәре өсөн инструктив–методик семинар башлана. 50-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Унда уҡытыу-тәжрибә участкаларын ойоштороуҙы камиллаштырыу һәм эшен алып барыу, уҡытыу-тәрбиә процесында уларҙың баһаһын күтәреү, уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеген арттырыу мәсьәләләре тикшереләсәк.
Семинарҙа ҡатнашыусылар мәктәп яны участкаһын йәшелләндереүҙә дарыу үләндәрен ҡулланыу һәм участкаларҙа тәжрибә эшмәкәрлеген алып барыу алымдары менән танышасаҡ.
Бындай уҡытыу-тәжрибә участкаларының һәр эколого-биология үҙәгендә булыуын билдәләп үтергә кәрәк. Уларҙың спецификаһы мөмкин тиклем балалар белем алған уҡыу программаһына яраҡлаштырылған, шуның арҡаһында йәш тикшеренеүселәр теоретик белемдәрен практикала нығыта һәм төрлө техникаларҙы үҙләштерә ала.


