10 декабрь, Шәмбе

12 март 2010 йыл, 13:13

Профсоюздар Башҡортостандың Урал аръяғы ихтыяжын уйлай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Башҡортостан профсоюздары федерацияһынан белгестәр төркөмө Башҡортостандың Урал аръяғына урындағы власть, етәкселек һәм тау-металлургия предприятиелары коллективтары менән сорашыуға барҙы.

«Башинформ» агентлығына БР Профсоюздар федерацияһының матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр барышында белгестәр Баймаҡ һәм Сибай ҡалаларында, Хәйбулла һәм Баймаҡ райондары ауылдарында булған. Ҡала һәм район башлыҡтары, хеҙмәт буйынса территориаль орган етәкселәре, “Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты”ның Сибайҙағы филиалы, “Башмедь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Сибай элеваторы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Баймаҡ ҡойоу-механик заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселеге, предприятиеларҙың профком ағзалары менән осрашыуҙар үткәрелгән,  

Осрашыу барышында БР Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре хеҙмәт ҡануниәтен күҙәтеү һәм урындарҙа социаль хеҙмәттәшлекте ойоштороу менән бәйле хәл торошон анализлаған, предприятиеларҙың профсоюз ойошмаларына хоҡуҡи мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәткән.

темалар: профсоюздар