Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала һалым түләүселәр өсөн семинарҙар ойошторола

Иҡтисад

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса Идаралығының район-ара инспекциялары яҡын арала республиканың район үҙәктәрендә һәм ҡалаларында һалым түләүселәргә семинарҙар ойоштора. Унда йыл башында көсөнә ингән һалым ҡануниәтенә индерелгән үҙгәрештәр, шулай уҡ бурысты мәжбүр итеп түләтеү, һалым декларацияларының төрлө формаларын тултырыуҙа ебәрелгән хаталар һәм барып етмәгән түләүҙәр менән бәйле мәсьәләләр тикшереләсәк.

Иң күп һалым түләүселәр менән тәүге семинар Өфөлә 15 мартта үткәрелә. Артабан бындай саралар башҡа ауыл-ҡалаларҙа дауам итәсәк: атап әйткәндә, 19 мартта – Баймаҡта, 23 мартта – Нефтекамала, 24 мартта – Сибайҙа.  

Быларҙан тыш, Октябрьский ҡалаһында 18 мартта “ҡыҙыу телефон линияһы” үткәрелә. Ҡала халҡы физик шәхестәрҙең килемен декларацияла күрһәтеү, вазифалы кешеләрҙең һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың паспорт мәғлүмәттәре үҙгәргәндә документтар тапшырыу, шулай уҡ һалым декларацияһын электрон төрҙә ебәреү менән бәйле һорауҙарға тулы яуап аласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть