Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан фарминдустрияһы продукция сығарыуҙы 50 процентҡа арттырҙы

Иҡтисад

2009 йылда Башҡортостанда фармацевтика продукцияһы 2008 йылдағыға ҡарағанда 50,8 процентҡа артығыраҡ етештерелде. Махсус pharmvestnik.ru сайты хәбәр итеүенсә, республикала фармацевтика продукцияһы сығарыуҙы 2 ҙур медицина сәнәғәте предприятиеһы — РФ Һаулыҡ һаҡлау министрлығының “Микроген” ғилми-етештереү берекмәһе” федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – “Иммунопрепарат” һәм "Фармстандарт-Өфө витамин заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тәьмин итә. Улар төбәктә етештерелгән фармацевтика продукцияһының 95 проценттан ашыуын сығара.

"Иммунопрепарат" филиалында 2 миллиард 621 миллион 200 мең һумлыҡ иммунобиологик препараттар һәм дарыуҙар етештерелде. Сәнәғәт производствоһы индексы 117,3 процент тәшкил итте.

"Фармстандарт-Өфө витамин заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте, моно- һәм поливитамин препараттар етештереү буйынса беренсе урынды биләп, Рәсәйҙәге 10 иң ҙур фармацевтика продукцияһы етештереүсенең береһе булып тора. 2009 йылда 2 миллиард 864 миллион 200 мең һумлыҡ медикаменттар етештерелде. Сәнәғәт производствоһы индексы 146,1 процент тәшкил итте.

Былтыр предприятиела 9 яңы препарат етештереү үҙләштерелде, был дөйөм күләмдең 14,8 проценты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть