9 декабрь, Йома

12 март 2010 йыл, 12:07

Татарстанда Өфө технологиялары буйынса заводтар төҙөйәсәктәр

автор: "Башинформ"

Татарстанда үтә йәбешкәк нефтте эшкәртеү өсөн сеймалдың был төрө табылған урындарҙа ҙур булмаған заводтар төҙөргә планлаштырыла. "Татар-Информ" хәбәр итеүенсә, Өфө Нефтехимэшкәртеү институты тәҡдим иткән технология буйынса үтә йәбешкәк нефтте промысла эшкәртеүе буйынса завод проектын төҙөргә ҡарар ителде.

Институт проект документацияһын әҙерләү фазаһына тотондо ла инде. Заводтың етештереү ҡеүәте йылына сеймал буйынса 300 мең тонна тәшкил итәсәк. Киләсәктә, әгәр проект үҙ һөҙөмтәлелеген раҫлаһа, туранан-тура нефть табылған урындарҙа ошондай заводтар төҙөргә планлаштырыла.