6 декабрь, Шишәмбе

12 март 2010 йыл, 11:48

Раил Сарбаев: "Халыҡ алдындағы бөтә социаль йөкләмәләр үтәлә"

автор: Елена Макушина

— Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов күрһәтмәләренә таянып, Хөкүмәт тормош сифаты, төрлө халыҡ ҡатламдарына адреслы, социаль ярҙам, социаль йөкләмәләрҙе мотлаҡ үтәү мәсьәләләренә иғтибарҙы көсәйтте, — тине Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, БР Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары һәм 2010 йылға бурыстар тураһында» темаһына киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап.

Ул, үҫеш темптары аҡрынайыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың аҡсалата табышы арта, тип билдәләне. 2009 йылда халыҡтың реаль аҡсалата табышы 2,8 процентҡа артты, йән башына аҡсалата табыш 16119 һум тәшкил итте, тип билдәләне.

— Йән башына аҡсалата табыш һәм йәшәү минимумы нисбәте буйынса, республика Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә, – тине Раил Салих улы.

Ул шулай уҡ, 2009 йылда уртаса айлыҡ эш хаҡы 14 мең 987 һум тәшкил итте, тип билдәләне. Дөйөм республика кимәленә ҡарата мәғарифта, һаулыҡ һаҡлауҙа, коммуналь һәм социаль хеҙмәтләндереүҙәр күрһәтеүҙә, мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә уртаса эш хаҡы артты. Шул уҡ ваҡытта премьер, бюджеттан тыш өлкәлә уртаса айлыҡ эш хаҡы кимәле кәмеүе күҙәтелә, тип билдәләне. Был тенденциялар металлургия производствоһында, транспорт саралары һәм ҡорамалдар производствоһында, ағас эшкәртеүҙә һәм ағастан изделиелар етештереүҙә, төҙөлөштә күҙәтелә.

Шуның менән бәйле премьер, эш биреүселәр үҙ проблемаларын хеҙмәтсәндәр, эшсе көсө хаҡын кәметеү иҫәбенә хәл итергә тейеш түгел, тип айырып билдәләне.