12 март 2010 йыл, 11:19
Ял көндәрендә йылыраҡ буласаҡ
темалар: һауа торошо,ҡар
автор: Ғәлиә Нәбиева
Ял көндәрендә ҡар яуыуы көтөлә – Башгидромет синоптиктары ошондай мәғлүмәттәр бирә. Бөгөн көндөҙ 2 градус һалҡын буласаҡ, төнөн – минус 10 градусҡа тиклем. Иртәгә көндөҙ термометрҙар минус 1 генә күрһәтәсәк, ә төнөн минус 4 градусҡа тиклем төшәсәк. Йәкшәмбе көнө лә ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.
Көньяҡ-көнбайыштан секундына 5-6 метр тиҙлектә ел иҫәсәк.


