11 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2010 йыл, 11:03

Республиканың 2009 йылдағы социаль-иҡтисади үҫешенә йомғаҡ яһау һәм яңы бурыстар

автор: Эльвира Латипова

Өфөлә, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһында, БР Хөкүмәтенең «Башҡортостан Республикаһының 2009 йылдағы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтары һәм 2010 йылға бурыстар тураһында» темаһына киңәйтелгән ултырышы бара.

Ултырышта Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, депутаттар, дәүләт власы органдары етәкселәре һәм башҡалар ҡатнаша.

Хөкүмәт ултырышын асып, Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов, республика 2009 йылды яҡшы ғына күрһәткестәр менән тамамланы, тип билдәләне. «Бөтәһе лә, финанс көрсөгө, тиҙәр. Ә мин, эшләргә кәрәк, тип әйтәм», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

Уның әйтеүенсә, федераль үҙәк сәйәсәтенә күп нәмә бәйләнгән, ләкин бөтәһе лә түгел. «Кем эшләй, шул яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшә», — тип айырып билдәләне төбәк башлығы.

Төп доклад менән республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев сығыш яһай.

— 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы илдең башҡа төбәктәре иҫәбендә донъя финанс көрсөгө эҙемтәләренең кире йоғонтоһон кисерҙе. Иҡтисадта тупланған муллыҡ запасы, көрсөккә ҡаршы ваҡытында күрелгән саралар көрсөк күренештәре йоғонтоһо эҙемтәләрен йомшартырға булышлыҡ итте, — тине Раил Сарбаев.

Премьер-министр иҡтисади эшмәкәрлектең айырым төрҙәренә, төп предприятиеларға, монопрофилле ҡалаларға, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары тураһында телгә алды. Рәсәйҙең Төбәктәр үҫеше министрлығы баһалауынса, Башҡортостан көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар иң уңышлы булған 14 төбәк төркөмөнә инә.

— Финанс системаһы тотороҡлолоғо һаҡлап ҡалынды, инфляция темптары юғары түгел, хеҙмәт баҙарында хәл контролдә тотола, дәүләт тарафынан гарантияланған социаль йөкләмәләр тулы күләмдә, ә ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса арттырып үтәлде, — Премьер-министр Башҡортостанда көрсөккә ҡаршы эштең төп һөҙөмтәләрен шулай баһаланы.

Шул уҡ ваҡытта 2009 йыл хужалыҡ комплексы ныҡлығын һынау булып та торҙо. Айырым йүнәлештәрҙә дөйөм һөҙөмтәләргә йоғонто яһаған етди проблемалар асыҡланды.