3 декабрь, Шәмбе

12 март 2010 йыл, 10:07

Любовь Колоколова «Рәсәйҙе иҡтисади тергеҙеү» конкурсы лауреаты булды

автор: Людмила Кузьмина

Рәсәй Федерацияһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында «Рәсәйҙе иҡтисади тергеҙеү» XVI Бөтә Рәсәй журналистар конкурсы жюрийының ултырышы үтте.

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Всеволод Богданов билдәләүенсә, журналистар араһында бындай конкурс 16-сы тапҡырына үткәрелә инде, был ваҡыт эсендә ул журналистар даирәһендә ярайһы уҡ абруй яулап өлгөрҙө.

Конкурс еңеүселәрен наградлау тантанаһы 25 мартта Мәскәүҙә, РФ Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Конгресс-үҙәгендә үткәреләсәк «Рәсәйҙең производство өлкәһен модернизациялау һәм технологик яңыртыу процесына ярҙам итеүҙә эшлекле киң мәғлүмәт сараларының роле» Бөтә Рәсәй эшлекле киң мәғлүмәт саралары форумы сиктәрендә үтәсәк.

«Рәсәйҙе иҡтисади тергеҙеү» XVI Бөтә Рәсәй журналистар конкурсы еңеүселәре араһында беҙҙең коллегабыҙ – «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының иҡтисад бүлеге күҙәтеүсеһе Любовь Колоколова ла бар. Ул «Баҫма һәм интернет киң мәғлүмәт сараларында теле- һәм радиотапшырыуҙарҙа иң яҡшы шәхси публикациялар» номинацияһында лауреат булды. Ошо уҡ номинацияла «Афанасий биржа» гәзитенән (Тверь) хәбәрсе-эксперт Татьяна Смелкова, «Кореновские вести» (Краснодар крайы)  район гәзите күҙәтеүсеһе Валентина Сергеева һәм ТВ «Экспресс» (Пенза) телеканалы журналисы Павел Прохоренков билдәләнде. Конкурс йомғаҡтары буйынса бүләкләнеүселәр исемлегендә бөтәһе 11 федераль һәм төбәк баҫмаһы.