4 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2010 йыл, 9:49

Башҡорт нәшриәтселәре Мәскәү күргәҙмәһендә яңы китаптарын тәҡдим итте

автор: Мария Черных | фото: Азат Гафуров

Мәскәүҙә, Бөтә Рәсәй күргәҙмә үҙәгендә, илебеҙҙең мәҙәни тормошондағы оло ваҡиғаларҙың береһе — ХIII “Рәсәй китаптары” милли күргәҙмә-йәрминкәһе үтә.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы китап форумында төп темаларҙың береһенә әйләнде. Күргәҙмәлә юбилейға арналған түңәрәк өҫтәлдәр, махсус китаптар экспозицияһы, плакаттар күргәҙмәһе һәм концерт үткәрелә. Шағир һәм прозаиктарҙың уҡыусылар менән осрашыуҙары планлаштырыла.

Быйыл Мәскәүҙә 500 фирма-ҡатнашыусы йыйылды. «Рәсәй китаптары» күргәҙмә-йәрминкәһе — илебеҙҙең китап индустрияһын тәшкил иткән шәхестәр – нәшриәтселәр, яҙыусылар, китапханасылар, китап менән сауҙа итеүселәр, полиграфистар осрашҡан урын. Бында әҙәби, фәнни, балалар әҙәбиәтенең киң палитраһы – Рәсәйҙә йәшәгән милләттәрҙең һәм сит ил телдәрендә 150 меңдән ашыу китап менән танышырға мөмкин.

Күргәҙмәлә Зәйнәб Биишева исемендәге башҡорт “Китап” нәшриәтенең стенды халыҡ күп йөрөгән урынға әйләнде. Бында Башҡортостан буйынса белешмәнән алып легендар эпос “Урал батыр”ҙың бүләк вариантына тиклем һәр кем зауығына тап килгән китапты таба ала. Аудиояҙмалар менән тулыландырылған башҡорт актерҙары һәм йырсыларының тормош юлы, ижады хаҡындағы китап-альбомдар һәм Еңеүҙең 65 йыллығына арналған “Тыл геройҙары” күп томлығы, “Улар еңеү менән ҡайтты” китабы кеүек яңы проекттар ҙа күргәҙмәгә ҡуйылған. Нәшриәт продукцияһына Мәскәү менән  Санкт-Петербург китапханалары ҙур ҡыҙыҡһыныуын белдерҙе.

«Рәсәй китаптары» күргәҙмә-йәрминкәһе 15 мартҡа тиклем эшләй.