4 декабрь, Йәкшәмбе

12 март 2010 йыл, 9:21

Яҙғы сәсеүгә әҙерлек ғәҙәттәгенән иртәрәк башланды

автор: Михаил Сытин

Ауыл хужалығы предприятиелары яҙғы сәсеү алдынан яғыулыҡ-майлау материалдары һатып алыуға республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев 2010 йылдың 11 мартында ярашлы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Субсидияларҙы алдан бүлеү хужалыҡтарға сәсеү кампанияһына иртәрәк әҙерләнә башларға һәм яҙғы сәсеүҙе үткәреүгә көс һәм средстволарын иҫәпләп ҡуйырға булышлыҡ итәсәк.  Средстволарҙың бер өлөшө ауыл хужалығы өсөн эшсе кадрҙар әҙерләүсе техникумдарға һәм профтехучилищеларға бүленәсәк.

Яҡындағы көндәрҙә республиканың Ауыл хужалығы министрлығы миҙгелле ауыл хужалығы эштәрен үткәреү өсөн файҙаланылған дизель яғыулығына субсидиялар бүлеү тәртибен БР Хөкүмәтенә раҫлауға индерәсәк.

Республика ауыл хужалығын үҫтереү программаһы сиктәрендә яҙғы баҫыу эштәренә субсидиялар дөйөм дәүләт идараһы менән бәйле дәүләт функцияларын бойомға ашырыуға ҡаралған средстволарҙы кәметеү иҫәбенә бүленде.