5 декабрь, Дүшәмбе

11 март 2010 йыл, 17:40

234 мәғариф учреждениеһының белем биреү эшмәкәрлеге алып барыу хоҡуғына лицензияһы юҡ

автор: Эльмира Сабирова

— БР Мәғариф министрлығы ҡарамағындағы Мәғариф өлкәһендә контроллек итеү һәм күҙәтеү идаралығының төп бурыстары тикшереүгә һәм хоҡуҡ тәртибен боҙоуҙар асыҡланған осраҡта яза биреүгә генә ҡайтып ҡалмай, ә бергәләп уларҙы бөтөрөү юлдарын табыуға ла, — тине ведомство етәксеһе Илгиз Ҡыҙырғолов, аккредитация коллегияһының киңәйтелгән ултырышында сығыш яһап.

2008 йылдың декабрь аҙағында ойошторолған Идаралыҡ ҡарамағында өс төп мәсьәләләр блогы.

Беренсеһе — бөтә мәғариф учреждениеларында белем сифатына, шул иҫәптән унда уҡыусыларҙың һәм уҡыу йортон тамамлаусыларҙың әҙерлек сифатына контроль, унан ҡала бөтә типтағы һәм төрҙәге белем биреү учреждениеларын лицензиялау һәм дәүләт аккредитацияһы үткәреү килә, өсөнсөһө — мәғариф өлкәһендәге РФ закондарын күҙәтеүгә контроль һәм күҙәтеү.

Бынан тыш, Идаралыҡ граждандарҙың һәм мәғариф учреждениеларының, ойошмаларҙың белем биреү процесында ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын күҙәтеү мәсьәләләре буйынса мөрәжәғәттәрен ҡарай.

Илгиз Ҡыҙырғолов билдәләүенсә, үрҙә телгә алынған хоҡуҡтар, федераль дәүләт власы органдары ҡарамағындағы учреждениеларҙан тыш, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан бөтә белем биреү учреждениеларына ҡағыла.

Төбәктә контроль-күҙәтеү эшмәкәрлеген ойоштороу үҙенсәлеге итеп Ҡыҙырғолов ведомство структураһында алты сектор булыуын атаны: үҙәк, төньяҡ-көнсығыш, төньяҡ-көнбайыш, көнбайыш, көньяҡ-көнсығыш, көньяҡ.

— Улар контролгә алынасаҡ объекттарҙы территориаль принцип буйынса бүлеүҙе көйләргә, урындарҙа тикшереүҙе сифатлы итеп үткәрергә, һәр сектор биләмәһендә йәшәүсе граждандарҙың мөрәжәғәттәрен оператив ҡарарға мөмкинлек бирә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Илгиз Ҡыҙырғолов.

Йылға йомғаҡ яһап, Илгиз Ҡыҙырғолов, әлеге ваҡытта 234 мәғариф учреждениеһының белем биреү эшмәкәрлеге алып барыуға лицензияһы юҡ, тип билдәләне. Бөтәһендә лә бер үк төрлө сәбәп – милек менән оператив идара итеү хоҡуғын дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ булмау, янғынға ҡаршы һәм санитар-эпидемиологик закондарҙы боҙоу.

Шулай уҡ таралған етешһеҙлектәр араһында Илгиз Ҡыҙырғолов учреждениелар уставтарының нормаларға һәм хәҙерге закондар талаптарына тап килмәүен атаны. Мәғариф бүлектәре бушлай дөйөм белем биреү ойоштороуҙы тәьмин итеүгә контроллек итеү мәсьәләһендә лә һүлпән эшләй.

2010 йылға бурыстар тураһында һөйләп, Илгиз Ҡыҙырғолов, уҡыусыларҙың һәм уҡыу йортон тамамлаусыларҙың әҙерлек сифатының федераль дәүләт белем биреү стандарттарына тап килеүен тикшергәндә тест үткәреләсәк предметтар исемлеген киңәйтергә планлаштырыла, тине. Бында ул «рус теле», «математика», «физика», «химия», «биология», «тарих», «йәмғиәтте өйрәнеү» дисциплиналарын атаны. Быйыл 5-се һәм 9-сы синыф уҡыусыларына ла тест үткәреләсәк.

темалар: мәғариф