4 декабрь, Йәкшәмбе

11 март 2010 йыл, 17:23

Өфөлә дүртенсе неврология университет уҡыуҙары үтә

автор: Елена Макушина

Башҡорт дәүләт медицина университеты Осло университеты (Норвегия) менән күп йыллыҡ хеҙмәттәшлеген дауам итә. «Башинформ» агентлығына БДМУ-ның неврология клиникаһы директоры, профессор Ләйлә Әхмәҙееваның хәбәр итеүенсә, 25 мартта Дүртенсе университет неврология уҡыуҙарын үткәреү планлаштырыла. Өсөнсө тапҡыр бындай сарала сит илдән докладсылар ҡатнаша. Был юлы төп лектор булараҡ балалар неврологияһы буйынса әйҙәүсе белгес — профессор Бьорн Лофтерод (Dr. Bjorn Lofterod) сығыш яһай. Ул  «Балаларҙың церебраль фалижында хәрәкәттең боҙолоуы: ярҙам ойоштороу һәм дауалау» темаһына доклад тәҡдим итә.

Видеоконференция форматында үткәрелеүе был осрашыуҙың үҙенсәлеге иҫәпләнә: докладсы һәм уның хеҙмәттәштәре Ослола сығыш яһай, уларҙы БДМУ-ның яңы уҡыу-спорт корпусында һәм Белорет, Мораҡ телемедицина үҙәктәрендә тыңлайҙар.

— Элек бындай саралар үткәреү өсөн 2-се республика клиник дауаханаһының телемедицина үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тура килә ине, — тип һөйләй Ләйлә Ринат ҡыҙы. – Күп нәмәгә уларҙан өйрәндек һәм әле, дистанцион белем алыу үҙәген кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырғас, бындай конференцияларҙы үҙ аллы үткәрә алабыҙ.

Әйтергә кәрәк, тап профессор Ләйлә Әхмәҙеева менән

Норвегиянан профессор Ляйф Гъерстад (Leif Gjerstad) 1993 йылда күп йыллыҡ университет-ара хеҙмәттәшлеккә нигеҙ һалған. Шунан алып юғары уҡыу йорттары араһындағы дуҫлыҡ нығый. Ослолағы хеҙмәттәштәре менән Башҡортостан неонатологтары ла әүҙем эшләй.  

Норвегия белгестәре ярҙамы һәм ҡатнашлығы менән Башҡортостанда беренсе тапҡыр Республика балалар клиник дауаханаһында этика комитеты ойошторолған, уны профессор Ринат Хәсәнов етәкләй.

Медицина факультеты етәксеһе Фроде Вартдал (Frode Vartdal) һәм профессор-нейрохирург Гяйр Росте (Geir Roste) БДМУ студенттарына, педагогтарға һәм Өфө табиптарына лекциялар уҡыған, ә Осло университетының халыҡ-ара үҙәге начальнигы Осло Джулия Феркис (Julia Ferkis) 2008 йылда хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы сираттағы меморандум төҙөгәндә БДМУ-ның Ғилми советы алдында сығыш яһаған.

БДМУ белгестәре лә Норвегияға бер нисә тапҡыр саҡырыу алған.  Күптән түгел БДМУ-ның нейрохирургия һәм медицина генетикаһы курстары һәм неврология кафедраһы ассистенты Артем Фәйзуллин Ослоның университет клиникаһында бер айлыҡ стажировканан ҡайтты.

темалар: һаулыҡ һаҡлау